Авто - ломбардҡа, аҡса - муттарға

Телефон мутлашыусыларының сираттағы ҡорбаны - Өфөнән 63 йәшлек ҡатын. Уны енәйәтселәр автомобилен һатып, аҡсаһын уларға ебәрергә күндергән.

Авто - ломбардҡа, аҡса - муттарғаАвто - ломбардҡа, аҡса - муттарға
Авто - ломбардҡа, аҡса - муттарға

Тәүҙә ҡатын менән «Пенсия фонды хеҙмәткәре» бәйләнешкә ингән һәм пенсияны ҡайтанан иҫәпләү һылтауы менән смс-тан кодты һорап алған.  
Һуңынан уға "Ростехнадзор вәкиле» шылтыратып, "Дәүләт хеҙмәттәре" аккаунтына билдәһеҙ кешеләрҙең инеүе тураһында хәбәр итә.
Мутлашыусылар ҡатынды енәйәтселәрҙең уның машинаһын залогҡа биреп, кредит алырға тырышыуына һәм мөлкәтте ҡотҡарыуҙың берҙән—бер юлы - ашығыс рәүештә автомобилде һатыу, тип ышандыра.

Инструкцияларға ярашлы, пенсионер ҡатын машинаны автоломбардҡа 1,5 миллион һумға тапшырған. Аҡсаны ул банкомат аша «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерә башлай.

Һаҡсы үҙен сәйер тотҡан ҡатынға иғтибар итеп, полиция саҡыра.

Ҡыҙғанысҡа, ҡатын мутлашыусыларға сумманың күп өлөшөн күсереп өлгөргән була, ни бары 160 мең һум аҡсаһын ғына һаҡлап ҡала.

Фото: ИИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас