Ҡала советы ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорай

Өфө ҡала советы РФ Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығына БР Юғары суды судьяларының Өфө хакимиәтенең хеҙмәт автотранспортын законһыҙ файҙаланыуы ихтималлығын тикшереүҙе, аныҡ шарттарын һәм тотонолған бюджет средстволарының күләмен асыҡлауҙы һорап мөрәжәғәт ебәрҙе. Ҡала советы рәйесе Марат Вәсимов ҡул ҡуйған документ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы ҡарамағында.

Ҡала советы ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорайҠала советы ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорай
Ҡала советы ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорай

Унда, Совет ҡарамағында булған мәғлүмәттәр буйынса, Татарстандан беҙҙең республикаға эшкә килгән БР Юғары суды судьяларына бер нисә тапҡыр хеҙмәт машиналары (водителдәр менән һәм муниципаль бюджет иҫәбенә бензин түләү) биреү осраҡтары теркәлгән.

«Айырыуса һүҙ әлеге судьяларҙы, уларҙың ғаилә ағзаларын һәм шәхси мөлкәтен (шул иҫәптән бүләктәрҙе) ял көндәрендә Ҡазанға һәм кире Өфөгә ташыу тураһында бара. Был эштәр, фаразланыуынса, Башҡортостан Республикаһы Юғары суды етәкселеге инициативаһы менән башҡарылған, — тиелә мөрәжәғәттә. — Әлеге ваҡытта ауыр коррупция енәйәттәрендә ғәйепләнеүсе Өфө ҡалаһының элекке хакимиәт башлығы Р. Р. Мәүлиев тәфтиш изоляторынан сығарылып, уға ҡарата үтә йомшаҡ иҫкәртеү сараһы ғына ҡулланылыуын иҫәпкә алғанда, был факттар мәнфәғәттәр бәрелеше өсөн объектив шарттар тыуҙыра һәм ҡабул ителгән суд ҡарарҙарының ғәҙеллегенә шик уята. Шуға күрә мөмкин булған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өсөн мотлаҡ тикшереү талап ителә».

Мөрәжәғәттә шулай уҡ ҡала хакимиәте вазифалы кешеләре, Башҡортостан Республикаһы Юғары суды етәкселеге һәм айырым судьяларҙың ғәмәлдәрендә вазифа вәкәләттәрен дөрөҫ файҙаланмау, бюджет аҡсаларын маҡсатһыҙ тотоноу, шулай уҡ мөлкәт характерындағы хеҙмәттәр алыу һәм бюджет аҡсаларын урлау билдәләре булыуы ихтималлығы күрһәтелә.

«Муниципаль мөлкәтте бындай маҡсатта файҙаланыу ҡала округы бюджетына тура зыян килтерә», — тиелә документта.

Өфө ҡала Советы Башҡортостан буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетынан әлеге факттарға хоҡуҡи баһа биреүҙе һәм, хоҡуҡ боҙоуҙар раҫланған осраҡта, ғәйепле кешеләрҙе законда ҡаралған яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса тейешле саралар күреүҙе һорай.

Бынан алдараҡ Өфө ҡала Советының сираттан тыш 65-се ултырышында Совет рәйесе Марат Вәсимов ҡала хакимиәте гаражының Татарстан Республикаһынан килгән судьяларҙы йөрөтөү өсөн файҙанылыуы тураһында белдергәйне.

«Беҙҙә ҡала хакимиәте гаражы Татарстан Республикаһынан килгән судьяларҙы йөрөтөү өсөн файҙанылған тигән мәғлүмәт бар. Шуға күрә тикшереү үткәрәсәкбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Судьялар советына, Рәсәйҙең Юғары квалификация коллегияһына, Башҡортостан Республикаһы Судьяларҙың квалификация коллегияһына һәм Тәфтиш комитетына мөрәжәғәт ебәрәсәкбеҙ. Ҡала Советы исеменән дә бындай мөрәжәғәт әҙерләнәсәк», — тине Марат Вәсимов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 июлдә Өфө ҡала Советы депутаттары бер тауыштан ҡала мэры Ратмир Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте. Депутаттар ҡала башлығы менән бәйле коррупция һәм әхлаҡһыҙлыҡҡа ҡағылышлы факттарға ҡырҡа кире мөнәсәбәт белдерҙе һәм уның менән хеҙмәт контрактын өҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Депутат Павел Васильев һуңғы ваҡытта чиновниктар ҡатнашлығындағы шау-шыулы хәлдәрҙең бөтә власть органдарына күләгә төшөрөүен, был «бысраҡтың» һәр кемгә ҡағылыуын билдәләне. Ул шулай уҡ ҡала менеджерының әхлаҡи яҡтан ҡабул ителмәҫлек тәртибен тәнҡитләне. Депутат Юлай Моратов иһә: «Был коррупция скандалын, был бардакты туҡтатырға ваҡыт», — тип белдерҙе.

Фото: Башинформ, Ксения Калинина.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас