БДАУ-ҙың йәш белгестәре Һанлы фенотиплаштырыу үҙәгендәге базаһында программа-аппарат комплекстары буйынса эшләй. Төп бурыс - ауыл хужалығында иң заманса технологияларҙы ҡулланып, селекция процесын күтәреү. Тәүге һөҙөмтәләр бар.
Үҫемлекселектә фенотиплаштырыу буйынса, мәҫәлән, борсаҡты ентекле тикшерәләр. 128 мең һүрәте йыйылған, туғыҙ билдә буйынса 2000 үҫемлек тикшерелгән, 93 процент тап килеүлек менән нейроселтәр моделе алынған. Ҡыҫҡаһы, эш әүҙемләшә.
Тикшеренеү эштәре «Йәштәр һәм балалар» милли проектына ярашлы бара.