Өфөлә яңы социаль ярҙам сараһы булдырылды

Бөгөн баш ҡала советы депутаттары сираттан тыш 65-се ултырышта пилотһыҙ осҡос һөжүменән зыян күргән граждандарға ярҙам тураһындағы мәсьәләне ҡараны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә яңы социаль ярҙам сараһы булдырылдыӨфөлә яңы социаль ярҙам сараһы булдырылды
Өфөлә яңы социаль ярҙам сараһы булдырылды

Ярҙам бер тапҡыр түбәндәге осраҡта күрһәтеләсәк:

- кешенең көнкүреше шарттарына зыян килгәндә

- мөһим мөлкәтте өлөшләтә йә тулыһынса юғалтҡанда

- сәләмәтлеккә зыян (еңел, урта, ауыр дәрәжәлә) килгәндә

- гражданин һәләк булғанда

- кешенең транспорт сараһына (тейешенсә теркәлгән) өлөшләтә йә тулыһынса зыян килгәндә

Ярҙам сараһы булараҡ түләү быйыл 1 апрелдән ғәмәлдә. Тимәк, Ғафури урамындағы йортта зыян күреүселәр ҡала ҡаҙнаһынан түләүгә дәғүә итә ала. Түләү тәртибен 1 авгусҡаса раҫларға тейештәр. Ярҙам суммаһы ла билдәләнә.

Фото: Город Уфа, вк

Автор:Алһыу Ишемғолова