«Башкирская домохозяйка»ға Ришат Төвәтуллин «юҡ» тигән!

Билдәле блогер йырсынан бындай яуап көтмәгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Башкирская домохозяйка»ға Ришат Төвәтуллин «юҡ» тигән!«Башкирская домохозяйка»ға Ришат Төвәтуллин «юҡ» тигән!
«Башкирская домохозяйка»ға Ришат Төвәтуллин «юҡ» тигән!

Ул яҙылыусыларына инде 20 йыл бер ни ҙә яҙмауы тураһында хәбәр иткән, әммә 2026 йылға блогер пландар төҙөлгән була. Һәм ул уларҙы блокнотына ҡәләм менән яҙған.

Уның пландарында бер нисә пункт бар. Мәҫәлән, алты китап уҡырға, бейергә өйрәнергә, гитарала уйнау курстарына яҙылырға, тәжрибәле машина йөрөтөүсе булыу өсөн инструктор яллаырға.

Уның пландарындағы тағы бер пункт — өс тренинг уҙыу. Ул ораторлыҡ сәнғәте дәрестәре алыуы тураһында һөйләне.

Миләүшә Шәйхисламова шулай уҡ Айгөл Усманова һәм Ришат Төхвәтуллин менән «Йондоҙ менән бер көн» рубрикаһының ике сығарылышын яһарға ниәтләүен әйтте. Әммә Айгөл Усманова ла, Ришат Төхвәтуллин да баш тартҡан, шуға күрә улар менән сығарылыштар булмаясаҡ.

Автор:Гөлнара Солтанова