

"Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙҙең ғаиләләренә хәлебеҙҙән килгән тиклем ярҙам күрһәтеү — беҙҙең мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе.
Был йүнәлештәге изге эштәр артабан да дауам итә. Байназар ауылында МХО-ла хеҙмәт итеүсе яуғирыбыҙҙың әсәһенең мөрәжәғәте буйынса, яҙғы ҡар һыуҙары ағыу өсөн траншеялар ҡаҙылды. Иҫке Собханғол ауылында ҡышҡа әҙерлеҡ маҡсатында яугир ғаиләһенә ярҙам ойошторолдо — улар ҡоро утын менән тәьмин ителде.
Был изге һәм яуаплы эштә ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәтемде белдерәм", - тип яҙған социаль селтәрҙә Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин.