"Салауат" компанияһы экологик өмә ойошторҙо

Хәмиттә улар ултыртҡан гортензия һәм туялар үҫәсәк

Добавить в предпочтительные источники Google
"Салауат" компанияһы экологик өмә ойошторҙо"Салауат" компанияһы экологик өмә ойошторҙо
"Салауат" компанияһы экологик өмә ойошторҙо

Әбйәлил районының Хәмит ауылында Ҡағы йылғаһы ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә уҙҙы. «Салауат» компанияһы ойошторған экологик акцияла бөтә ауыл халҡы дәррәү ҡатнашты. Шулай уҡ өмәгә район Советы секретары вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәлилов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Хәлил Рәхмәтуллин килде.

«Салауат» компанияһы быйыл райондың социаль учреждениеларын матурайтыуға үҙ өлөшөн индереп, Асҡарҙың яңы мәғариф учреждениеларына, Байым мәктәбенә, район үҙәгендәге яңы поликлиникаға гортензия, туя, рауза үҫентеләрен бүләк итте. Һәм был шәп акция райондың иң төпкөл ауылы Хәмиткә лә килеп етте. Компанияның инициативаһын Хәмит ауыл биләмәһе хакимиәте шунда уҡ күтәреп алған.

- “Салауат” компанияһы йыл башынан Әбйәлил районының төрлө ауылдарында унлаған экологик акция ойошторҙо, уның сиктәрендә социаль объекттар биләмәһендә күк шыршы, гортензия, туя һәм рауза үҫентеләре ултыртылды. Был шәп акция дауам итә, бөгөн беҙ матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Хәмит ауылына килдек, - тип сәләмләне өмәселәрҙе компания етәксеһе Таһир Бәхтигәрәев. —  Беҙ экология йүнәлешендә артабан да эшләйбеҙ, ағымдағы йылда тағы ҙур сара планлаштырабыҙ - Ағиҙел йылғаһы ҡушылдыҡтарына 10 мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрәсәкбеҙ.

— «Салауат» компанияһының тәҡдимен ауыл халҡы хуплап ҡаршы алды.  Улар беҙгә буш ҡул менән килмәне – төрлө үҫентеләр алып килде. Хатта ямғыр ҙа өмәгә ҡамасауламаны, ауылда йәшәгән олоһо, кесеһе дөргөн рәүештә Ҡағы йылғаһы ярҙарын таҙартырға, сәскә һәм ағас үҫентеләрен ултыртырға сыҡты, — тип компанияға бүләк өсөн рәхмәт еткерҙе Хәмит ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әлиә Ҡасимова.

Хәмит мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб һәм ауыл хакимиәте биләмәләренә ултыртыу өсөн компания тарафынан сәскә, шыршы, туя үҫентеләре таратылды. «Салауат» компанияһы Шәрип ауылының социаль учреждениелары өсөн дә үҫентеләр алып килгәйне.

Өмәселәр сәскә һәм ағастарҙы баҡсаға ултыртҡас, Ҡағы йылғаһы буйына йүнәлде. Йөҙҙән ашыу кеше тиҙ арала йылға ярҙарын һыу ағыҙып алып килгән ағас ботаҡтары, сүп-сарҙан таҙартып, трактор арбаһына тейәне.

 -Таҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана. Шуға йәшәгән еребеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе тәртиптә тоторға тейешбеҙ, - тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Хәлил Рәхмәтуллин.

Өмәлә ҡатнашыусы мәғариф ветераны, Хәмит биләмәһе хакимиәтенең элекке башлығы Фирүзә Ғәҙелшина ауыл халҡы исеменән рәхмәт әйтте.

-Беҙҙең ауыл район үҙәгенән алыҫта ята. “Салауат” компанияһы беҙгә ысын мәғәнәһендә байрам ойошторҙо, кинәнеп эшләнек, ауылыбыҙҙы йәмләп аҡҡан Ҡағы йылғаһы ярҙарын таҙарттыҡ, социаль объекттарға сәскә, ағастар ултырттыҡ.  Хәмит халҡы электән әүҙем, төҙөкләндереү буйынса өмәләрҙә дәррәү ҡатнашалар, ҙур эштәрҙе күмәкләп атҡарып ҡуялар, — тине Фирүзә Дилмөхәмәт ҡыҙы.

Компания һәм ауыл халҡының күмәк хеҙмәте һөҙөмтәһе булып үҫентеләр матур итеп үҫеп китһендәр, социаль учреждениеларҙы йәмләп торһондар.

 

Автор:Динара Сафиуллина