"Насар кәйефте өйҙә ҡалдырығыҙ!"

Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәренең тупаҫлығын тәнҡитләне, бындай факттарҙы кисекмәҫтән туҡтатырға кәрәк, тип белдерҙе.

"Насар кәйефте өйҙә ҡалдырығыҙ!""Насар кәйефте өйҙә ҡалдырығыҙ!"
"Насар кәйефте өйҙә ҡалдырығыҙ!"

Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың докладынан һуң табиптарҙың эше тураһында үҙ фекерен белдерҙе.

«Йомшаҡ ҡына әйткәндә, ҡайһы саҡта һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең битарафлығына, ә ҡайһы берҙә хатта тупаҫлығына юлығабыҙ. Кешеләр ваҡытында ярҙам ала алмай. Беҙ һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһына ҙур өлөш индерҙек. Һәм беҙ медицина хеҙмәткәрҙәре йәмәғәтселегенән дә яуап көтәбеҙ. Беләһегеҙ, мин табиптарыбыҙ, шәфҡәт туташтарыбыҙ адресына йылы һүҙҙәрҙе йәлләмәнем. Ләкин бындай факттарҙы, беҙ һөйләшкәнсә, «ҡыҙҙырылған тимер менән» юҡҡа сығарырға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы Социаль коммуникациялар буйынса идаралыҡ начальнигына аҙна һайын (һәр дүшәмбе) Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың отчетынан һуң табиптарҙың һәм кесе медицина персоналының эш сифаты тураһында доклад яһарға ҡушты. Хәбиров, был хәл өсөн министр, муниципалитет башлыҡтары һәм райондарҙың баш табиптары яуаплы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Әйҙәгеҙ, быны туҡтатайыҡ. Аңлайым, бәлки, кәйеф юҡтыр. Өйҙә насар кәйефте ҡалдырығыҙ. Һәм кешеләр менән тыныс эшләгеҙ. Юғиһә тура эфирҙа баш табиптарҙы эштән сығара башлайым, — тине Радий Хәбиров.

Фото: Башинформ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас