Кампуста тормош гөрләһен

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәһендә республиканың Фәндәр академияһы вәкиллеген Өфөләге юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы майҙансығында урынлаштырырға тәҡдим итте.

Кампуста тормош гөрләһенКампуста тормош гөрләһен
Кампуста тормош гөрләһен

Кампустың беренсе бинаһы файҙаланыуға тапшырылған, унда юғары уҡыу йорттары һәм лабораториялар урынлашҡан. Төбәк етәксеһенең фекеренсә, был урын гөрләп торорға тейеш: 4,5 мең студент академик берләшмә һәм уҡытыусылар менән аралаша аласаҡ.

Фото: Башинформ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас