Изге эш атҡарҙылар

"Салауат" компанияһы ауылдаштар осрашыуында ҡатнашты

Добавить в предпочтительные источники Google
Изге эш атҡарҙыларИзге эш атҡарҙылар
Изге эш атҡарҙылар

"Салауат" компанияһы   Ҡаҙмашта  «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамының 60 йыллығына әҙерлеккә үҙ өлөшөн индерҙе. Улар ошо ауылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск алдындағы майҙансыҡты төҙөкләндерҙе, уға илткән ун дүрт метр юлға тротуар плиткаһы һәм бордюрҙар һатып алды.

 Ә осрашыу көнөндә обелиск янында  компания коллективы байрам ҡунаҡтары менән бергә 12 зәңгәр шыршы ултыртты. "Салауат" компанияһының изге эше барлыҡ “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына ҡайтыусы яҡташтар күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Киләсәктә матур шыршылар яугирҙарҙың һынмаҫ рухына һәйкәл булып торорҙар.

 

Автор:Динара Сафиуллина