Өфөлә хәйриә акцияһы башланды

Баш ҡалабыҙҙа "Тәүге тапҡыр беренсе класҡа. Етем балаларға ярҙам ит" социаль проекты 2011 йылдан алып эшләй.

Өфөлә хәйриә акцияһы башландыӨфөлә хәйриә акцияһы башланды
Өфөлә хәйриә акцияһы башланды

Уға ярашлы, 1-се класҡа барырға йыйыныусы етемдәргә мәктәп портфелен тупларға ярҙам итәләр. Сумка (ранец), китаптар, дәфтәр-ручка, үҫтереүсе уйындар, уйынсыҡтар, махсус бүләк-сертификаттар бирергә мөмкин.

Белешмә өсөн электрон адрес: ufajurav@mail.ru («1 сентября» темаһы менән).

Ойоштороусы – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы булышлығында «Журавушка» психолог-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге.

Фото: Город Уфа, вк

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас