

Рафаэль Хәкимов - «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнашыусы булараҡ билдәле.
- Дәүләт хеҙмәтендә, бизнеста, фәндә уңыштарға өлгәшкән яҡташтарыбыҙ тыуған илен онотмаҫҡа тейеш. Улар беҙгә ярҙам итә — бының өсөн «Атайсал» программаһы бар, беҙ уларҙы һәр ваҡыт ошо проект сиктәрендә йәлеп итәбеҙ, — тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров.
Рафаэль Хәкимов үҙ сиратында республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе һәм проекттың яҡташтарҙы берләштереүен һәм төбәк мәнфәғәте өсөн эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото: Башинформ.