

"Ғаилә" милли проекты буйынса ҡыйыҡ, фасад, йылытыу, һыу һәм электр менән тәьмин итеү системалары алмаштырылған, эске биҙәү эштәре лә башҡарылған.
"Был эштәргә 26 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлттек. Бина халыҡҡа бик уңайлы буласаҡ. Урындағы ижади коллективтарға ла репетиция һәм сығыштар өсөн яҡшы шарттар булдырылды. Бында республика кимәлендә лә саралар үткәрергә мөмкин", тип яҙған Урал Таһир улы.
Ремонтланған бинаның бер өлөшө - китапхана. Федераль программаға ярашлы, моделле китапхана эшләйәсәк.
Фото: max.ru/kilsenbaev