

Ул ире Мир Ғәниулла улы менән ун бала тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙерге көндә 22 ейән-ейәнсәргә һәм биш бүлә-бүләсәргә өләсәй булып, бәхетле ҡартлығын ҡәҙер-хөрмәттә кисерә.
Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы «Матрай» совхозында оҙаҡ йылдар быҙау ҡараусы, һауынсы булып эшләгән.
Абруйлы ағинәй ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй. Ул «Атайсал» проектының ойоштороусылары менән ауылда арт-объект ҡуйыуҙа ҡатнашҡан.
Фәнәзиә инәй, төп нигеҙегеҙҙең әсәйле усағын оҙаҡ йылдар һыуытмай, үҙ йылығыҙ янына балаларығыҙҙы йыйып, уларға терәк-таяныс булып, бәхеттә, именлектә йәшәгеҙ!