

Иртән бер балыҡсы полицияға шылтыратып, йылғала түңкәрелгән машина ятыуы тураһында хәбәр итә. Дүрт полиция хеҙмәткәре урынға килеп еткәс, ярҙам һорап ялбарған ҡатын-ҡыҙҙың тауышын ишетеп, машинаны мөмкин тиклем тиҙерәк әйләндереп ҡуйырға тырыша. Яртылаш һыуға батҡан, бейеклектән осоп төшөп йәмшәйгән машина эсендә улар балалар креслоһында баштүбән эленеп торған 1,5 йәшлек ҡыҙ баланы һәм йәш ҡатындың мәйетен таба. Һуңынан эксперттар әсә кешенең аварияла үлемесле яраланып, шунда уҡ йән биргәнен асыҡлай.
Һыу аҫтында ҡалған машинанан сабыйҙы ҡотҡарған дүрт офицер ҙа ярҙам һораған тауышты ишетеүҙәрен белдерә. Ҡысҡырыуҙар ап-асыҡ салон эсенән ишетелде һәм был ҡатын–ҡыҙ тауышы ине, ә баланыҡы түгел, тип раҫлай улар. Керпектәре дерелдәгәнгә генә кескәй Лилиҙың әле тере булыуын аңғарып, йәһәтләп дауаханаға алып баралар. Ҡыҙҙы ҡотҡарып өлгөрәләр. Бик һыуыҡ төндә 14 сәғәт буйына баштүбән эленеп торған Лилиҙың иҫән ҡалыуы, мейеһенә зыян килмәүе - ысын мөғжизә.
Салонға ватылған тәҙрәләр аша ҡойолған боҙло һыу баланың башына саҡ ҡына теймәй ҡалған була.
25 йәшлек Линн Дженнифер Грозбек ҡыҙы менән бергә ата-әсәһенән үҙҙәренә ҡайтып барғанда бәләгә тарый. Аварияның сәбәптәре билдәһеҙ.
Әйткәндәй, йылға янында йәшәүселәрҙең береһе кисен ниндәйҙер гөрһөлдәү ишетә һәм тышҡа сығып ҡарай, әммә ҡараңғыла бер ни күрмәй...
Дженниҙың һеңлеһе Джилл Сандерсон әйтеүенсә, Дженни бик мәрхәмәтле, изге күңелле ғәжәп кеше булған, һәр ваҡыт мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙған. Ҡыҙын ул иҫе китеп ярата, һөйөп туя алмай. Һәм үлгәс тә, нисектер сабыйына ярҙам итә ала...
Беҙҙең "Ғәләмәт донъя"ға рәхим итегеҙ https://max.ru/join/jK7uiVbWrZYyGwd-_0tVSodgr06Sz2f6-z1z-uEDuBY
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.