

Үлгән яҡындарыбыҙҙы йәки таныштарыбыҙҙы төштә күреү йыш ҡына көслө хис-тойғолар һәм борсолоу тыуҙыра.
Күптәр бындай төштәрҙе юғарынан билдә йәки иҫкәртеү тип ҡабул итә, әммә психологтар, бындай төштәрҙең сәбәбе, ҡағиҙә булараҡ, бер генә һәм ул беҙҙең психика эше менән бәйле, тип раҫлай: “Күптәр бындай төштәрҙә мистика эҙләй, әммә яуап тамамланмаған хәлдәргә, мөнәсәбәттәргә бәйле. Беҙҙең мейе – бик ҡатмарлы компьютер, ул ваҡиғалар сылбырын логик аҙағына тиклем еткерергә тырыша. Яҡын кешенең үлеме - бәйләнештең киҫкен өҙөлөүе, уны психика йыш ҡына шунда уҡ ҡабул итә алмай. Бындай төштәрҙең барлыҡҡа килеүенең төп сәбәбе - тамамланмаған ҡайғырыу процесы. Хатта, был хәлде ҡабул иттем, юғалтыуға күндем, тиһәгеҙ ҙә, аңығыҙ “эшкәртеүҙе” дауам итә -хәтирәләрҙе ҡыҫҡа ваҡытлы хәтерҙән оҙайлы ваҡытлы хәтергә күсерә. Һеҙ берәй мөһим нәмә әйтергә, ғәфү үтенергә йәки рәхмәт белдерергә өлгөрмәһәгеҙ, үҙегеҙҙе ғәйепле тойһағыҙ, психика ошоно тәртипкә килтерергә тырыша һәм мәрхүмдең образы төшкә инә. Шулай уҡ көслө стресс кисергәндә беҙ аңһыҙ рәүештә беҙҙең өсөн абруйлы йәки хәүефһеҙлек сығанағы булғандарҙан ярҙам эҙләйбеҙ. Төштә булһа ла”.
Психологтар, бындай төштәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй, ти: “Төш - ул икенсе донъянан “сәләм” түгел, ә үҙең менән эске әңгәмә төрө. Әгәр төштә үлгән кеше нимәлер һөйләй йәки эшләй икән, был һеҙҙең үҙ уйҙарығыҙҙың, ҡурҡыуҙарығыҙҙың йәки интуитив фараздарығыҙҙың сағылышы ғына. Мейегеҙ һәр ваҡыт һеҙҙең яҡлы. Ул һеҙҙе ҡурҡытмай, ә, сәйер һәм ҡурҡыныс образдар аша булһа ла, юғалтыу ҡайғыһын кисерергә һәм артабан йәшәргә ярҙам итә”.
Әгәр кеше бер үк төштө бик йыш күрә һәм был кире тойғолар тыуҙыра икән, түбәндәгеләрҙе һынап ҡарарға кәңәш итәләр:
Әгәр белгестәр ундай төштәрҙе «тамамланмаған хәлдәр, мөнәсәбәттәр» менән бәйләһә, халыҡ, мәрхүмдәр иҫкәртеү, һаҡлау, үҙен иҫләтеү өсөн төшкә инә, тип һанай.
Бындай төштәр ауыр тойғо ҡалдырһа, уны аҡҡан һыуға һөйләп бирергә кәрәк, ул хәүефте алып китә, тигән ышаныу бар. Мәҫәлән, кемдер йылғаға һөйләп, ҡурҡыуҙарын “ағыҙып” ебәрә. Бик тә булмаһа, төшөн крандан аҡҡан һыу менән “йыуып төшөрә”.
Яҡыныбыҙға йәки дуҫыбыҙға (танышыбыҙға) “ташҡа һөйләйем” тип төшөбөҙҙө һөйләп тә, ҡурҡыуҙан, шомдан арынабыҙ.
Ә һеҙ мәрхүмдәр төшөгөҙгә инһә, нимәгә юрайһығыҙ?
Ҡурҡыныс төштән нисек арынаһығыҙ?
Мәрхүмдәр төшөгөҙгә инеп, һеҙҙе нимәнәндер аралағаны, алдан иҫкәрткәне булдымы?
Ғөмүмән, ошо турала ни уйлайһығыҙ, дуҫтар?
https://max.ru/channel_galamatdonya
Фото: ИИ.