Күп балалы ғаилә – ҙур хеҙмәт һәм яуаплылыҡ

Мишкә районының Ҡарға ауылында йәшәүсе Эльза менән Алик Абдуллиндар Бөрө ҡалаһында уҙғарылған Ғаилә фестивалендә "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнде.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Күп балалы ғаилә – ҙур хеҙмәт һәм яуаплылыҡКүп балалы ғаилә – ҙур хеҙмәт һәм яуаплылыҡ
Күп балалы ғаилә – ҙур хеҙмәт һәм яуаплылыҡ

 

Мишкә районындағы Ҡарға ауылында күптәр өсөн өлгө булырлыҡ Абдуллиндар ғаиләһе йәшәй. Эльза менән Алик — туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтергән бәхетле ата-әсә.

19 йәш кенә булғанында күрше ауыл егете Аликка кейәүгә сыҡҡанына бер ҙә үкенмәй мари ҡыҙы Эльза. Йәштәр тормошто хеҙмәт менән башлай: икеһе лә колхозда тырышып эшләй, бер-береһенә терәк булып, матур итеп донъя көтөп алып китәләр.

Эльза үҙе лә 14 балалы ғаиләлә үҫкән. Шуға ла балалар тауышы яңғырап торған йорт уның өсөн иң ҙур бәхет.

—Балалар — ул тормош бүләге. Бәләкәй саҡтарында ауыр булһа ла, күҙ асып йомған арала үҫә лә китәләр икән. Ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы тәрбиәләшергә олатай-өләсәйҙәре лә ныҡ ярҙам итте. Ҙур ғаиләлә балалар туған йәнле, ярҙамсыл, эш һөйөүсән булып үҫә. Тормош дилбегәһен тартҡанда ирең терәк-таяныс булырҙай кеше булһа, ҡурҡмай бала табып үҫтерергә мөмкин. Ул йәһәттән мин иремдән уңдым», – ти ғаилә хужабикәһе. Абдуллиндар ошо көндәрҙә өсөнсө балалары- улдарының туйын үткәрҙе. Улар инде хәҙер өс ейәнгә өләсәй менән олатай.  24 йәшлек улдары Валерийҙың ғына махсус хәрби операцияла һәләк булып ҡалыуы йөрәктәрендә уңалмаҫ яра ҡалдырған. Егет, үлгәндән һуң, Батырлыҡ ордены менән наградланған.

  • Балаңды юғалтыуҙан да ауыр ҡайғы юҡ. Ҡайғыбыҙҙан һаман да арына алмайбыҙ, – ти Эльза.

Ғаиләһе ишле булыуға ҡарамаҫтан, йорт хужабикәһе ауылда колхозда төрлө эштәрҙә, почтальон да булып эшләгән. Алик алыҫ Себер тарафтарына вахта менән йөрөп аҡса тапҡан: водитель булған. Хәҙер улар ауылда шәхси кибетен асҡан ҡыҙҙары Ангелинаға  ярҙам итә. Атай кеше әйбер ташыһа, әсәйҙәре һатыу эшендә булыша.

Туғыҙ бала — был ун төрлө яҙмыш, ун төрлө ҡыуаныс, ун төрлө хәстәрлек. Уның артында Абдуллиндарҙың көндө-төнгә ялғап эшләүе, сикһеҙ сабырлыҡ һәм ихлас һөйөү ята. Ата-әсәләре ул-ҡыҙҙарына мөһиме  хеҙмәт һөйөргә, кешелекле булырға , бер - береһенә терәк булып йәшәргә өйрәткән. Туғанлыҡ тойғоһона сорналған ғаиләлә тыуып үҫкән балалар дуҫлыҡтың, теләктәшлектең ҡәҙерен белеп буй еткерә.

Күп балалы булыу — ул ысынлап та оло бәхет кенә түгел, ә ҙур хеҙмәт һәм   яуаплылыҡ та. Балаларығыҙ тауышынан яңғырап торған донъяғыҙ һәр саҡ шулай ҡотло һәм нурлы булһын, Абдуллиндар!

Автор:Зөһрә Йәһүҙина