Сәйәхәтсене бындай ҡыйыу аҙымға Арктиканы өйрәнеүсе билдәле штурман Валериан Альбановтың китабы илһамландырған. Ксения үҙенең юлын да Өфөләге Валериан Альбанов исемендәге полярсылар музейынан башлап, Архангельск өлкәһенә йүнәлгән.
Үҙе менән иң кәрәкле әйберҙәр тултырылған ҙур рюкзак алған ҡыҙ хыялы тураһында ошолай ти: «Велосипед — минең төп транспорт сараһы, әммә алдан уҡ ниҙер фаразларға ашыҡмайым. Берҙән-бер ҙур хыялым — океанды күреү».
Ҡыйыу яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!