

9 июлдә көндөҙ һәм 10 июлдә Башҡортостандың айырым райондарында һауа шарттарының насарланыуы көтөлә. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Республикала бик көслө ямғыр, эре боҙборсаҡ яуыуы һәм ҡойон уйнауы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Шулай уҡ елдең тиҙлеге секундына 25-26 метрға тиклем көсәйеүе фаразлана.
Башҡортостан халҡын ҡатмарлы һауа шарттарында мөмкинлек булғанса урамға сыҡмаҫҡа, автомобилдәрҙе ағас төптәренә һәм насар нығытылған конструкциялар эргәһенә ҡалдырмаҫҡа, шулай уҡ юлдарҙа һаҡлыҡ сараларын күрергә саҡырҙылар.