

Ҡашҡаҙан күле янынан осраҡлы үтеп барыусы шаһиттар ҡапыл һыуға йөҙтүбән йығылып, хәрәкәтһеҙ ҡалған 79 йәшлек ҡатынды күреп ҡала. Был турала Өфөнөң Граждандарҙы ҡотҡарыу идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Күлдә дежурлыҡ иткән эҙләү-ҡотҡарыу отряды наряды шундау уҡ ярҙамға ашыға. Ҡотҡарыусы Кирилл Сәйетов кәмәнән тура һыуға һикергән, зыян күреүсене тотоп алған һәм хеҙмәттәштәре менән бергә уны тиҙ арала яраға сығарған. Тәүҙә ҡатын тын ала алмаған.
Шунан һуң ҡотҡарыусы-медик Флорид Мәғәсүмов хәлде баһалап, йөрәк-үпкә реанимацияһын яһаған.
Хәл хәүефле булған: ҡатындың йөрәге ике тапҡыр туҡтаған. Ҡотҡарыусылар, «Ашығыс ярҙам» килеп еткәнсе, бер-береһен алыштырып, пенсионер ҡатындың ғүмере өсөн көрәшкән. Һөҙөмтәлә улар йөрәк тибешен тергеҙә алған. Зыян күреүсене тотороҡло хәлдә дауаханаға оҙатыу өсөн «Ашығыс ярҙам» бригадаһына тапшырғандар.