

Республика клиник инфекция дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов церкариоздың ни тигәнде, был ауырыуҙың нисек беленеүен һәм унан һаҡланыу өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәклеген аңлатты.
Церкариоз нимә ул?
Азат Мөхәмәтйәнов аңлатыуынса, церкариоз — һыу ҡоштары гельминттарының микроскопик ҡорттары (церкарийҙар) тыуҙырған паразитар ауырыу. Был ҡорттар тирегә йәбешкән саҡта ауырыу йоға. Шул уҡ ваҡытта кеше өсөн был паразиттар етди ҡурҡыныс тыуҙырмай.
Ауырыу ҡайҙа йоға?
Йышыраҡ ауырыу йылы һыулы (20°С-тан юғарыраҡ) аҡмаған һыу ятҡылыҡтарында һыу ингәндә йоға. Айырыуса һыу ҡоштары (мәҫәлән, өйрәктәр) күп булған ерҙәр хәүефле.
Церкариаль дерматит билдәләре
Клиник билдәләр бик тиҙ үҫешә — һыу ингәндән һуң 20-30 минуттан алып бер нисә сәғәткә тиклем ваҡыт үтеүгә беленә. Билдәләр араһында тиренең сабыртып сығыуы һәм ҡыҙарыуы, көслө ҡысыу, ваҡ ҡыҙыл төрткөләр йәки һытҡылар барлыҡҡа килеү.
Табип әйтеүенсә, һирәк осраҡтарҙа йоҡо боҙолоуы, температураның бер аҙ күтәрелеүе һәм ҡоро йүткерү күҙәтелеүе мөмкин. Симптомдар ғәҙәттә 1,5-2 аҙнанан һуң үтә, ә тимгелдәр урынындағы пигментация 3 аҙна эсендә юҡҡа сыға.
Профилактика саралары
Азат Мөхәмәтйәнов тик рөхсәт ителгән һәм тикшерелгән урындарҙа ғына һыу инергә кәңәш итә. Өйрәктәр күп булған, һыу үҫемлектәре күп үҫкән һыу ятҡылыҡтарынан алыҫ торорға кәрәк. Һыу инер алдынан вазелин нигеҙендәге репелленттар йәки туҡлыҡлы кремдар һәм майҙар ҡулланырға була, улар һаҡлаусы барьер булдыра.
Һыуҙан сығыу менән душ инергә һәм тирене ҡоро таҫтамал менән яҡшылап һөртөргә, шулай уҡ еүеш кейемде тиҙ генә алыштырырға кәрәк.
Көслө ҡысыу һәм уңайһыҙлыҡ тойһоғо тыуһа, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, быйыл Республика клиник инфекция дауаханаһына церкариоз симптомдары менән бер кем дә мөрәжәғәт итмәгән.