

Фронтта ул ут аҫтында яралы хеҙмәттәштәренә бер нисә тапҡыр ярҙам итә. Ошо батырлығы өсөн командование уны юғары хәрби наградаға тәҡдим итә. Бынан тыш, 5-се гвардия дөйөм ғәскәр армияһы командованиеһы Цыпышевҡа рәхмәт белдерә һәм өлгөлө дисциплинаһы, хеҙмәткә намыҫлы мөнәсәбәте һәм хәрби әҙерлектә юғары күрһәткестәре өсөн почет грамотаһы тапшыра.
Нөгөш ауылы егете 2022 йылда хәрби хеҙмәткә алынған.