

Йәштәр мәктәптән алып таныш - 5-се кластан бер парта артында ултырғандар. Диана Бикмөхәмәтова – БДМУ-ның педиатрия факультеты студенты. Уҡыу осоронда үҙен тырыш, белемле студент итеп танытты, университеттың ижтимағи -мәҙани тормошонда әүҙем ҡатнаша, ирекмәнлек менән шөғөлләнә, уҡыу йортоноң илһөйәрлек сараларында сығыш яһай. Ғаилә ҡороуҙы оло тормошҡа аяҡ баҫыуҙың мөһим этабы һәм уҡыуҙы уңышлы тамалауға өҫтәмә дәртләндереү сараһы тип иҫәпләй. Таһир Кәримов - Өфө дәүләт нефть техник университеты магистранты. Сығышы менән Салауат ҡалаһынан булған егет ошонда уҡ бакалавриатты тамалаған. Студент йылдарында спорт менән әүҙем шөғөлләнә.Бынан тыш, ул ирекмәндәр проекттарына ярҙам итә, шулай уҡ Ҡытай студенттарына тәржемәсе булып сығыш яһай.