Йәшендән килгән бәлә

Башҡортостанда йәшен арҡаһында бер нисә янғын булған.

Йәшендән килгән бәләЙәшендән килгән бәлә
Йәшендән килгән бәлә

- Уҙған тәүлектә республика биләмәһендә урыны менән көслө ямғырҙар, боҙборсаҡ яуҙы. Йәшен разряды эләгеүе арҡаһында шәхси йорттарҙа һәм хужалыҡ ҡаралтыларында янғындар сыҡты, - тип хәбәр итә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. - Йылайыр районының Дмитриевка ауылында йәшен Совхоз урамындағы электр счетчигын зарарлай, шунан һуң ут бүрәнә йорттоң фасадына күсә. Күршеләрҙең һәм ауыл советының ирекле янғын һүндереү командаһының оператив эшмәкәрлеге арҡаһында янғын һүндереү подразделениелары килгәнгә тиклем янғын һүндерелә.

Белорет ҡалаһында Димитров урамында йәшен разряды ике ҡатлы кирбес йорттоң ҡыйығын яндыра. Янғынды РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре оператив рәүештә һүндерә.

Краснокама районының Яңы Нуғай ауылында Мелиораторҙар урамында йәшен һуҡҡандан һуң һарай янып китә. Ут шулай уҡ күрше ике фатирлы кирбес йорттоң пластик сайдингына тоҡана. 

Рәсәй ҒӘҘӘТТӘН тыш хәлдәр МИНИСТРЛЫҒЫ иҫкә төшөрә: йәшен — хәүефле тәбиғәт күренеше, ул хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәүҙе талап итә.
Шәхси йорттоң ҡыйығына йәшендән һаҡлағысты (молниеотвод) урынлаштырығыҙ, уны "заземление" контуры менән тоташтырығыҙ.
Электр үткәргестең торошон тикшерегеҙ һәм импульслы артыҡ көсөргәнешлелектән һаҡлау ҡоролмаларын (УЗИП) урынлаштырығыҙ.

Өйҙә йәшен ваҡытында:
Тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе ябығыҙ, ел үтәнән-үтәләй өрөп тормаһын.
Электр приборҙарын: телевизорҙы, компьютерҙы, көнкүреш техникаһын селтәрҙән һурып алығыҙ.
Тәҙрә янынан китегеҙ, электр сымдарына һәм тимер әйберҙәргә ҡағылмағыҙ.

Урамда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре:
Асыҡ урындарҙа ҡалмағыҙ, һыу ятҡылыҡтарынан алыҫыраҡ ергә барығыҙ.
Ямғырҙан яңғыҙ торған ағастар һәм бейек металл конструкциялар аҫтында йәшеренмәгеҙ.

Янғын йәки төтөн сыҡҡан осраҡта шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәрҙең 101 йәки 112 телефонына шылтыратығыҙ.

Фото: МЧС РБ.

Йәшендән килгән бәлә
Йәшендән килгән бәлә
Йәшендән килгән бәлә
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас