Протез эшләү оҫталары ярыша

Тиҙҙән Өфөлә "Һөнәренең оҫтаһы" Бөтә Рәсәй конкурсының "Техник-протезист" йүнелеше буйынса төбәк этабы уҙа.

Протез эшләү оҫталары ярышаПротез эшләү оҫталары ярыша
Протез эшләү оҫталары ярыша
13 июлдә буласаҡ һөнәри ярыш "Кадрҙар" милли проектына ярашлы ойошторола. Ул «Московское ПрОП» йәмғиәтенең «Өфө» филиалында уҙасаҡ. Был предприятие беҙҙә төп протез һәм реабилитация үҙәктәренең береһе иҫәпләнә. Ҡатнашыусылар теоретик һынау үтә, тест яҙа, эксперт комиссияһы алдында кейс-задание үтәй. Финалға сығыусылар 14 - 17 июлдә ярыша: протез эшләү буйынса практик белемен күрһәтә. Еңеүсе оҫта Башҡортостан исеменән Краснодар крайында буласаҡ федераль этапта ҡатнашасаҡ.
Фото: Министерство семьи, труда и социальной защиты населения РБ, Контента | Инфоповод
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас