

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләүҙе йәмғәтселек яратып ҡабул итте. Сөнки ул – христиан динендәге изгеләр хөрмәтенә булдырылған иҫтәлекле байрам генә түгел, ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү һәм пропагандалауҙы ла маҡсат итеп ҡуйған дата ла.
Быйыл да Бөрө ҡалаһы был байрамды киң ҡолас менән билдәләгән сараларҙың үҙәгенә әүерелде – бында Ғаилә фестивале үтте. Төнъяҡ райондарҙың мәҙәни һәм рухи баш ҡалаһының Октябрь майҙаны тантана рухына сорналғайны. Бер урында ҡул оҫталары үҙҙәренең эштәрен тәҡдим итә, икенсе ерҙә мари, татар, башҡорт, урыҫ милләттәре үҙҙәренең рухи мираҫы менән таныштыра,өсөнсө урында интерактив майҙансыҡтар, уйын зоналары гөрләй. Майҙанда үтәсәк сағыу тамашаны күҙәтергә меңдән ашыу кеше йыйылды.
Бөрөләрҙе ҡотларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең ҡатыны Каринэ Хәбирова менән килде.
– Ауыр ваҡытта һәр кешегә таяныс кәрәк. Беҙ уны туғандарыбыҙҙа, яҡындарыбыҙҙа, шулай уҡ ҙур күп милләтле илебеҙҙә табабыҙ. Бөгөн төп бурысыбыҙ – Еңеү өсөн барыһын да эшләү, егеттәребеҙ иҫән-һау ҡайтһын. Бының өсөн ярҙам, уларға таяныс булыу һәм мөхәббәт мөһим. Һәр кем үҙ эше менән намыҫлы шөғөлләнергә тейеш. Шуға күрә мәҙәниәт йорттары, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөйбөҙ, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы тәртипкә килтерәбеҙ. Быларҙың барыһын да йәштәрҙең бында ғаилә ҡороуы һәм балалар тәрбиәләүе өсөн эшләйбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбированан да Башҡортостан халҡына ҡотлауҙар яңғыраны. - Ғаилә беҙҙе тормош юлының башында ҡаршылай, ғүмер буйы оҙатып йөрөй һәм мәңгегә беҙҙең менән ҡала. Был – балаларыбыҙға һәм киләсәк быуындарға тапшырған иң ҡиммәтле аманаты, – тине ул. Тантаналы сарала Радий Хәбиров күп йылдар никахта торған парҙарға һәм күп балалы ата-әсәләргә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Программаның айырым өлөшө булып «Ғаиләгә һәм балаларға дуҫ ҡала» брендлы наградаһын тапшырыу торҙо. Радий Хәбиров иҫтәлекле плакетканы Дүртөйлө ҡалаһы хакимиәте етәксеһе Илмир Гәрәевҡа тапшырҙы. Муниципалитет ҡала мөхитенең сифатын баһалау һәм республика халҡынан һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса почетлы статус алды.
Байрамдың иң һоҡланғыс мәлдәренең береһе дүртенсе бала тыуыуын көткән артистар Айым менән Рим Рәхимовтарҙың ҡатнашыуы булғандыр. Ата-әсәләрҙең үтенесе буйынса буласаҡ сабыйҙың енесен тантаналы шарттарҙа Радий Хәбиров иғлан итте. Ике ул һәм бер ҡыҙ үҫкән ғаиләлә малай тыуыуы көтөлә.
Тантаналы сарала Радий Хәбиров күп йылдар никахта торған парҙарға һәм күп балалы ата-әсәләргә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
РФ Президенты указы менән «Герой-Әсә» ордены менән Йылайыр районынан 10 бала тәрбиәләгән Фәнзиә Такалова бүләкләнде.. Ошондай уҡ наградаға Нефтекаманан 10 бала әсәһе Анжелика Шуматбаева лайыҡ булды. Ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән алты ғаилә, «Ата-әсәлек ҡаһарманлығы» миҙалы менән дүрт ғаилә, Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бер ғаилә, «Әсәлек даны»миҙалы менән ике әсәй бүләкләнде. «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалына алты пар лайыҡ булды.
Мишкә районының Ҡарға ауылынан Эльза менән Алик Абдуллиндарҙың туғыҙ балаһы, өс ейәне бар. «Мин 14 балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Үҙемдең дә ғаиләмдең ишле булыуын теләнем. Бәләкәй саҡтарында ғына ауыр булһа ла, күҙ асып йомған арала үҫәләр ҙә китәләр икән. Ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы тәрбиәләшергә олатай-өләсәйҙәре лә ныҡ ярҙам итте. Ҙур ғаиләлә балалар туған йәнле, ярҙамсыл, эш һөйөүсән булып үҫә. Тормош дилбегәһен тартҡанда ирең терәк-таяныс булырҙай кеше булһа, ҡурҡмай бала табып үҫтерергә була. Ул йәһәттән мин иремдән уңдым», – ти ғаилә хужабикәһе. Ошо көндәрҙә улдарының туйын үткәрергә йыйына Абдуллиндар. Былтыр 24 йәшлек улдары Валерийҙың ҡына махсус хәрби операцияла һәләк булып ҡалыуы йөрәктәрендә уңалмаҫ яра ҡалдырған. Егет үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланған.
Кушнаренко районынан Лира менән Рузалим Ҡадировтар бергә 52 йыл ғүмер итеп, биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ике ҡыҙҙары әсәләре юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайлаһа, ике улы хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлау органдарында эшләй. «Балаларыбыҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Бар ғүмерен уларҙы тәрбиәләүгә бағышлаған ата-әсә өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡ», – тиҙәр улар.
Бөгөн ғаилә ҡороуға еңел - елпе ҡараған, айырылышыуҙар артҡан ваҡытта тормош мәғәнәһен балалар үҫтереүҙә күргән, бер - береһен аңлап, терәк булып, татыулыҡта ғүмер иткән ғаиләләр ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ. Башҡалар ҙа улар үрнәгендә тәрбиәләнһен.
Күп балалы ғаиләләрҙе бүләкләү тантанаһы республикабыҙҙың өлгөлө ғаиләләрен танытты һәм ғаилә ҡиммәттәренең асылын иҫкә төшөрҙө. Ҡаланың иң яҡшы ижади коллективтары, танылған артистарҙан торған ғаилә парҙары сығышынан торған ҙур байрам концерты тантанаға йәм өҫтәне.