Өфөлә ғәҙәттән тыш хәл

Аэропортта ғәйәт ҙур сират барлыҡҡа килгән.

Өфөлә ғәҙәттән тыш хәлӨфөлә ғәҙәттән тыш хәл
Өфөлә ғәҙәттән тыш хәл

Бөгөн Өфө аэропортында рейстарҙың күпләп тотҡарланыуы теркәлгән. Быға пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) янауы сәбәпле иғлан ителгән хәүеф режимы этәргес булған, ошо арҡала осош урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 08:09-ҙан алып ябылған.

Онлайн-табло мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфө аэропортында осоп китә торған 12 рейс һәм осоп киләсәк 19 рейс тотҡарлана, шулай уҡ Сочиға юлланған бер рейс туҡтатылған. Тотҡарланған рейстар араһында Һамар, Сочи, Сухум, Мәскәү, Ҡазан, Санкт-Петербург, Минераль Һыуҙар һәм Екатеринбург йүнәлештәре бар.

Шулай уҡ Сәмәрҡәнд, Норильск (Екатеринбургҡа йүнәлтелә), Яңы Уренгой, Когалым, Нарьян-Мара, Сургут, Мәскәү, Минск, Екатеринбург, Ноябрьск, Сочи, Санкт-Петербург, Красноярск, Ҡазан, Истанбул һәм Махачкала ҡалаларынан рейстар килеүе тотҡарлана.

Пассажирҙарҙы аэропортҡа сығыр алдынан рейстың статусын аныҡлауҙы һорайҙар.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас