Һайлауға әҙерлек башланды

Һайлауҙа 3 млн самаһы Башҡортостан кешеһе ҡатнаша ала.

Һайлауға әҙерлек башландыҺайлауға әҙерлек башланды
Һайлауға әҙерлек башланды

 Бөгөн "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында Дәүләт Думаһына һәм башҡа вәкәләтле власть органдарына үтәсәк һайлауҙарға арналған матбуғат конференцияһы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов һәм уның урынбаҫары Марат Ғәҙилов ҡатнашты. Билдәле булыуынса, берҙәм һайлау көнө 2026 йылдың 20 сентябренә тәғәйенләнгән. Шулай 18, 19 сентябрҙә лә һайлау саралары үтә. Республикала бөтәһе 2964457 кеше һайлау хоҡуғына эйә. Спикерҙар һайлаусылар быйыл дә әүҙемлек күрһәтер һәм һайлауҙа ҡатнашыу һәр саҡтағыса юғары булыр, тип ышаныс белдерҙе. Тауыш биреүгә әҙерлек әле үк башланған, республикала бөтәһе 69 территориаль һәм 3249 участка һайлау комиссия һыу булдырылған. Шулай уҡ яҡынса 40-лап ваҡытлыса һайлау комиссиялары эшләйәсәк.

Фото: Автор фотоһы.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас