

31 йәшлек ҡатынға енәйәтселәр бер нисә тапҡыр кеҫә телефонына шылтыратып та, видеошылтыратыу аша ла бәйләнешкә сыға.
Мутлашыусылар «Ватанды һаҡлаусылар» фонды, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы, ФСБ һәм Рәсәй Үҙәк банкы хеҙмәткәрҙәре булып таныла.
Улар ҡатынға көслө психологик баҫым яһай. Шәхси мәғлүмәттәрҙең муттарға билдәле булыуы, аҡсаның сит илгә күсерелеүен туҡтатырға, проблемаларҙы хәл итергә ярҙамлашыу һылтауы менән енәйәтселәр зыян күреүсене иҫәптән ҙур сумманы алып, аҡсаны курьерға тапшырырға күндерә.
Банк бүлексәһендә аҡса алғанда, хеҙмәткәр клиент менән иҫкәртеү әңгәмәһен үткәрә, әммә ҡатын, аҡса йорт төҙөргә кәрәк, тип аңлата.
Бынан һуң зыян күреүсенең граждан ире 5 миллион 880 мең һумдан ашыу аҡсаны билдәһеҙ курьерға тапшыра.
Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыусыларҙы асыҡлауға һәм ҡулға алыуға йүнәлтелгән оператив-эҙләү саралары комплексын үткәрә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә:дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре — ФЕДЕРАЛЬ ИМЕНЛЕК ХЕҘМӘТЕ, РФ ҮҘӘК БАНКЫ, «Дәүләт хеҙмәттәре», Эске эштәр министрлығы һәм башҡа ведомстволар — бер ҡасан да граждандарға түләүҙәр тураһында тәҡдимдәр менән шылтыратмай, шәхси мәғлүмәттәрҙең урланыуы тураһында хәбәр итмәй, ҙур суммаларҙы курьерҙар аша тапшырыуҙы һорамай. Бындай талаптар - мутлашыуҙың билдәһе. Әгәр һеҙҙе муттар алдарға маташһа йәки мутлашыусыларҙың ҡорбаны булһағыҙ, был хаҡта шунда уҡ яҡындағы полиция бүлегенә йәки 102-се телефон аша хәбәр итегеҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.