

Нефтекама район-ара тәфтиш бүлеге һыу ятҡылығында сабыйҙың үлеменән һуң тәфтиш алды тикшереүен башлап ебәрҙе, тиелә рәсми хәбәрҙә:
- 2026 йылдың 6 июлендә иртән өс йәшлек малай 5 йәшлек апаһы менән бергә Максимов ауылында туғандарында ҡунаҡта була. Балалар өлкәндәрҙең ҡарауынан тыш ихатала уйнай, һуңынан өйҙән алыҫ булмаған быуаға китә. Һыу буйында бала абынып батып үлә. Әле тәфтишселәр фажиғә урынын ҡарап сыҡты, бер нисә экспертиза тәғәйенләне, шаһиттарҙан һәм яҡындарынан һорау ала. Был фажиғәгә килтергән бөтә нескәлектәр һәм шарттар асыҡлана.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.