"Радиостанция менән ярҙам иттек"

Ҡариҙел районынан "Малой" позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.

"Радиостанция менән ярҙам иттек""Радиостанция менән ярҙам иттек"
"Радиостанция менән ярҙам иттек"

«Яҡташыбыҙ, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Малой» позывнойлы яугир менән осраштыҡ. Ул 2024 йылдан Запорожье йүнәлешендә БПЛА идаралығының штурмлау дивизияһында хеҙмәт итә.

Яугир бөгөн алғы һыҙыҡта кәрәкле әйберҙәр тураһында һөйләне, TYT радиостанцияларына  ихтыяж барлығын әйтте. Беҙ уға был әйберҙе тиҙ арала һатып алып тапшырасаҡбыҙ. Был ҡорамалдар  хәрәкәттәрҙе координациялау, хәүефһеҙлек тәьмин итеү һәм яугирҙарыбыҙҙың бурыстарын уңышлы үтәү өсөн мөһим инструмент булып тора.

Беҙ намыҫ менән хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ өсөн һәр кемгә тәрән рәхмәт белдерәбеҙ», – тип яҙған социаль селтәрҙә Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы  Айҙар Шәйҙуллин.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас