

Әңгәмә барышында Рөстәм Эверест тауына күтәрелеү тарихы менән уртаҡлашты. Уның һүҙҙәренсә, был юл еңел булмаған. Инвалид коляскаһында ултырыуына ҡарамаҫтан, ҡулдары менән донъяның бейек нөктәһенә күтәрелгән егет үҙенең шәхси миҫалы менән кеше мөмкинлектәренең сикһеҙ икәнен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
«Тауға менеү — ул физик көс кенә түгел, ә иң тәүҙә рух һынауы. Мин үҙемә һәм донъяға мөмкин булмаған нәмәләрҙең юҡлығын иҫбатларға теләнем», — тине Рөстәм.
Осрашыуҙа ул үҙе өсөн мөһим булған тормош ҡиммәттәре тураһында ла һөйләне. Рөстәмдең һәр һүҙендә — ҙур ихтыяр көсө һәм оптимизм, тормошто яратыу. Уның миҫалы күптәребеҙгә ҡанат ҡуя, ҡыйынлыҡтар алдында бирешмәҫкә өйрәтә.
Рәхмәт, Рөстәм! Алдағы маҡсаттарыңда ла тик уңыштар юлдаш булһын!
Альберт ЗАҺИРОВ фотоһы.