Үлемесле авария

Иглин районында юл фажиғәһендә оло кеше һәләк булған.

Үлемесле аварияҮлемесле авария
Үлемесле авария

Бөгөн көндөҙгө сәғәт икеләр тирәһендә М-5 «Урал» автомобиль юлының 1513-сө саҡрымында өс транспорт сараһы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Әлегә билдәле булыуынса, "Вольво" йөк машинаһы, "Рено Сандеро" һәм "Лада Гранта" бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Рено" автомобиле пассажиры, 70 йәшлек ҡатын, ауыр йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында вафат була. Еңел автомобилдәрҙең дүрт пассажиры медицина учреждениеһына оҙатылған. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡлана.

Фото: БР ДАИ.

Үлемесле авария
Үлемесле авария
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас