

РФ ЭЭМ Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының дежур бүлегенә ике аҙна самаһы элек үҙенең банк картаһын юғалтҡан ир мөрәжәғәт итә. Картаһынан 16 мең һумдан ашыу аҡса юғала. Оператив‑эҙләү сараларын үткәреү барышында ҡаланың енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре аҡса урлауҙа ҡатын-ҡыҙҙың ҡатнашы булыуы ихтималлығын асыҡлай. Ҡарамаҡҡа 35-40 йәш, уртаса кәүҙәле, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге курткала булған. Уның шәхесе асыҡлана. Был гражданды таныған йәки мәғлүмәткә эйә булған һәр кемде 8-999-741-11-21 телефоны буйынса полицияның дежур бүлегенә хәбәр итеүҙе һорайҙар. Анонимлыҡ гарантиялана.
Фото: https://web.max.ru/-69583385867562