

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ДТП ағымдағы йылдың 28 февралендә Стәрлетамаҡ юлында булғайны. Гөлназ рулдә булған «JAC» автомобиле «Hyundai Solaris» менән бәрелеште. Аварияла йырсы үҙе, уның ике бейеүсеһе һәм икенсе машиналағы пассажир ҡатын төрлө йәрәхәттәр ала. Ул саҡта Асаева зыян күреүселәргә һәр яҡлап ярҙам итергә вәғәҙә биргән ине.
Зыян күреүселәр ҡазанан һуң дүрт ай үткәс, Гөлназдың бейеүсеһе Дилара һәм икенсе машиналағы ҡатындың ҡыҙы социаль селтәрҙәрҙә белдереү яһаны. Уларҙың әйтеүенсә, йырсы март айынан бирле бер тапҡыр ҙа хәл белмәгән һәм бер тин дә аҡса күсермәгән. Зыян күреүселәр быны дәлилләргә әҙер булыуҙарын белдерә.
Гөлназ Асаева иһә «Tatarstan News» баҫмаһына хәлде бөтөнләй башҡаса аңлатты. Ул үҙенә ҡарата «ҡара» пиар, яла яғыу һәм эҙәрлекләү күреүен әйтә. Асаеваның һүҙҙәренсә, унда ярҙам итеүен раҫлаусы барлыҡ яҙышыуҙар һәм чектарҙың скриндары бар. Хәҙер артистка ҡаршы яҡты яла яғыуҙа ғәйепләп, судҡа документтар әҙерләй.
Йырсының концерт директоры Вадим Фәтхинуров та ярҙам күрһәтелеүен, тик барлыҡ мәғлүмәт судтан һуң ғына асыҡлағасағын билдәләне. Кемдең дөрөҫ икәнен, ә кемдең алдашыуын суд процессы хәл итәсәк.