

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә белдереүенсә, хәрби частар урынлашҡан урындарҙа ваҡытлыса һайлау участкалары булдырыла, ә уларҙың эшен ойошторғанда закон менән рөхсәт ителгән барлыҡ варианттар ҙа файҙаланыла. Хәрби хеҙмәткәрҙәр ваҡытынан алда йәки биналарҙан ситтә тауыш биреү мөмкинлегенә эйә.
18-20 сентябрҙә отпускта булғандар йәшәгән урыны буйынса тауыш бирә ала.