

Республика бер нисә йүнәлеш буйынса эшләй: инфраструктура проекттарында ҡатнаша, иҡтисади бәйләнештәрҙе нығыта, берҙәм гуманитар инциативаларҙы ғәмәлгә ашыра. Улар иһә Рәсәйҙең Абхазия менән хеҙмәттәшлегенең яңы төбәк моделен формалаштыра.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Сухум ҡалаһына эш сәфәре һәм Абхазия Президенты Бадра Гунба менән осрашгыуы быны тағы бер тапҡыр раҫланы. Ике республиканың мөнәсәбәттәрен ҡылыҡһырлап, Радий Фәрит улы: “Абхазия – Рәсәй Федерацияһының стратегик союзнигы. Ә Башҡортостан өсөн ул туғандаш республика һәм ышаныслы партнер, беҙҙе бик йылы мөнәсәбәттәр бәйләй”, – тине.
Фото:БР Башлығы сайтынан.