Инвестор сыҡмаған пенсионерҙан

Пенсионерҙан миллионерға әйләнергә теләйһегеҙме? "Бының бер ҡыйынлығы ла юҡ!" - тип раҫлай интернетта эҙләп табылған, һеҙгә бушлай ярҙам итергә тырышҡан "изге күңелле аҡыллы баштар". Ни бары уларҙың"хәстәрлекле" етәгендә генә тура юлдан барһағыҙ, финанс донъяһына ишектәр шар асыла икән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Инвестор сыҡмаған пенсионерҙанИнвестор сыҡмаған пенсионерҙан
Инвестор сыҡмаған пенсионерҙан

Стәрлетамаҡта йәшәүсе пенсионер ҡатын ялған инвесторҙарҙың ошо вәғәҙәләренә, "алтын тауҙарына" ышанған һәм һөҙөмтәлә 4,3 миллион һум аҡсаны юғалтҡан. Дүрт миллионды танышынан алған булған.

Күңелһеҙ хәл мессенджер аша килгән "ҡыҙыҡлы тәҡдимдән" башлана: билдәһеҙ әҙәмдәр, ялған "инвестиция компанияһы хеҙмәткәрҙәре", еңел аҡса эшләү ысулы тураһында шул тиклем дә ылыҡтырғыс итеп яҙа, һөйләй, ҡатын, иҫе китеп, арбала ла ҡуя. Тәүҙә үҙенең 300 мең аҡсаһын һала, һуңынан танышынан 4 миллион һум аҡса алып, ул сумманы ла "инвестициялай". Ни ҡәҙәрем күберәк аҡса индерһәң, табыш та шунсама күберәк буласаҡ, тигән буш хәбәргә ышана. Күп тә үтмәй инвестиция платформаһында уның шәхси кабинеты ябыла, ә «финансист гуру» юғала. Биш йыл буйына ҡатын бурыстарын ҡапларға маташа - аҡса эшләй, кредиттар ала, һөҙөмтәлә бөлгөнлөк процедураһын үтә. Юрист менән кәңәшләшкәс кенә полицияға барырға була.

Шулай, йәмәғәт, әгәр еңел аҡса вәғәҙә итәләр икән - был табыш бейеклегенә фуникулер түгел, ә финанс упҡынына билет булыуын белеп ҡуйығыҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова