Радий Хәбиров Дзержинский урамындағы аллеяның төҙөкләндерелеүен ҡараны

1 июлдә Салауатҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дзержинский урамындағы аллеяны төҙөкләндереү проекты менән танышты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Дзержинский урамындағы аллеяның төҙөкләндерелеүен ҡараныРадий Хәбиров Дзержинский урамындағы аллеяның төҙөкләндерелеүен ҡараны
Радий Хәбиров Дзержинский урамындағы аллеяның төҙөкләндерелеүен ҡараны

  

 Ул «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты һәм «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

 Йәмәғәт киңлеге ҡаланың үҙәк өлөшөн яңыртыуҙың «Салауат: өн аралаш ете төш» берҙәм планына инә. 2024 йылда был башланғыс уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулағайны. Беренсе этапты тормошҡа ашырыуға федераль, төбәк һәм урындағы бюджеттарҙан яҡынса 180 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Дзержинский урамындағы аллеяны төҙөкләндереү йәйәүлеләр юлын алмаштырыуҙы, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаларын монтажлауҙы, парк өсөн мебель урынлаштырыуҙы һәм өҫтәмә йәшелләндереүҙе күҙ уңында тота.

Бынан тыш, республика Башлығы «Нефтехимик» Мәҙәниәт һарайы эргәһендәге сквер биләмәһен ҡараны. «Газпром нефтехим Салауат» компанияһы объектты төҙөкләндереүгә яҡынса 80 миллион һум йүнәлтә. Проект урам яҡтыртыу системаһы, видеокүҙәтеү камералары ҡуйыуҙы һәм колоннада төҙөүҙе күҙ уңында тота.

Фото: БР Башлығы сайтынан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина