Pадий Xәбиров — «Ватан Геройҙары» үҙәгендә

1 июлдә Салауатҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2026 йылдың июнендә асылған «Ватан Геройҙары» хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәгендә булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Pадий Xәбиров — «Ватан Геройҙары» үҙәгендәPадий Xәбиров — «Ватан Геройҙары» үҙәгендә
Pадий Xәбиров — «Ватан Геройҙары» үҙәгендә

Төбәк етәксеһе конференциялар залын, психолог һәм юрист кабинеттарын, архив, ял бүлмәләрен ҡараны. Бында шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандары һәм Салауат тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы белгестәре ойошторған музей урынлашҡан.

«Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фондының социаль координаторы Сергей Данилов әйтеүенсә, элек учреждение ҡаланың мәғариф бүлеге бинаһында урынлашҡан булған, ә эш шарттары заманса талаптарға яуап бирмәгән.

– Хәҙер бер урында бер юлы өс ойошма эшләй, был, һис шикһеҙ, МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн уңайлы, – тип билдәләне Сергей Данилов. – Үҙәккә хәрби хәрәкәттәр ветерандары килә, бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә шарттар булдырылған.

Үҙәктә Башҡортостан Башлығы һәләк булған хәрбиҙәрҙең әсәләре менән аралашты.

– Иң мөһиме – һеҙ үҙ-үҙегеҙгә бикләнмәйһегеҙ, яугирҙарыбыҙ өсөн һеҙҙең менән аралашыу мөһим. Һеҙ уларҙың проблемаларын бик яҡшы аңлайһығыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото:БР Башлығы сайтынан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина