Хәйбулла районын кем етәкләй?

Башҡортостандың Хәйбулла районы хакимиәте башлығы итеп Илмир Ҡотоев тәғәйенләнде. Район советы депутаттары бөгөн ултырыш үткәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәйбулла районын кем етәкләй?Хәйбулла районын кем етәкләй?
Хәйбулла районын кем етәкләй?

Белеүегеҙсә, элекке етәксе Рөстәм Шәриповты Өфөгә, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп алғайнылар.

Әйткәндәй, Ҡотоев дүрт кандидат араһынан һайланған. Бығаса ул хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән.

Уға уңыштар теләйбеҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Алһыу Ишемғолова