

Пермь (Молебская) аномаль зонаһы
Пермь крайындағы Молебка ауылының эргә-тирәһен уфологтар, төрлө тикшеренеүселәр һәм сәйер ғәләмәттәрҙе күрергә теләгән туристар ярата. Аңлатып булмаған нәмәләр бында донъя: ялан өҫтөндә эленеп торған осоусы тәрилкәләр, ялтыр шарҙар, сәйер тауыштар…
“Молеб өсмөйөшө”ндә (М-зонала) нимәләр теркәлә?
НЛО: яҡты сфералар, оҙонса фигуралар;
тауыш мираждары: кешеләр сәйер тауыштарҙы ишетә;
ваҡыт ағымының үҙгәреүе: сәғәттәр яйлай;
батарейкалар бик тиҙ ултыра, зарядкалар тиҙ бөтә;
- Күҙ алдында дозиметрҙың функционаллеге юғалды (өйгә ҡайтҡас, ул яңынан эшләй башланы), фонарҙарҙа бер нисә диод янып сыҡты, сәғәттәрҙең батарейкалары ултырҙы, ә биорамкалар ҡайһы бер урындарҙа үтә ныҡ “тынғыһыҙланды”, - тип тәьҫораттары менән бүлешә М-зонаға экспедицияларҙың береһендә ҡатнашыусы, Урал аномалистикаһы мониторинг станцияһы етәксеһе Дмитрий Волобуев. - Бынан тыш, кинәт ике кешенең хәле насарайҙы: температуралары, ҡан баҫымы күтәрелде һ. б.
Краснодар крайының Яңы Кубань районы
Бында йылына бер тапҡыр баҫыуҙарҙа түңәрәктәр барлыҡҡа килә (диаметрҙары 10 метр һәм ҙурыраҡ), ҡайһы саҡта дүртмөйөштәр ҙә килеп сыға. Фигуралар төн эсендә барлыҡҡа килә. Камераларҙа бер кем дә, бер ни ҙә теркәлмәй.
Йәшел утрау
Ростов өлкәһендә Дон йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан 4 км оҙонлоҡтағы йылға утрауы үҙенең «аномаллеге»менән дан тота. Унда төрлө ғәләмәттәр йыш теркәлә. Әммә иң аңлашылмаған осраҡ алты йәшлек Аня менән бәйле.
Ғаилә Йәшел утрауға Ростовтан килә. Утрауҙа саҡта ҡапыл Аня юҡ була. Әсә палатка янында ҡала, атай кеше урманды арҡырыһынан-буйына йөрөп сыға. Ярты сәғәттән һуң йоҡлап ятҡан Аня палатка эсендә табыла. Ә бит баланы иң беренсе шунда эҙләй башлайҙар, әсә ла палатканан ситкә китмәй. Ҡыҙҙы саҡҡа уяталар. Ул үҙенең аҙашып йөрөгәнен, ниндәйҙер ялан уртаһында ҙур ҡара таш өҫтөндә йоҡлап китеүен, һуңынан палаткала уяныуын һөйләй. Был ваҡиғанан һуң ҡыҙ төшөндә билдәһеҙ телдә һөйләшә башлай.
Беҙҙең "Ғәләмәт донъя"ға рәхим итегеҙ, дуҫтар:
https://max.ru/join/jK7uiVbWrZYyGwd-_0tVSodgr06Sz2f6-z1z-uEDuBY
Фото: vk.com, molebka.ru; соцселтәрҙәр.