

Министрлыҡта яңы дисциплинаны индереүгә әҙерлек башланған. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2026 - 2027 уҡыу йылынан 5-се класс уҡыусылары өйрәнә (йылына 17 сәғәт). 2027 - 2028 уҡыу йылында был фән – 6-сы һәм 7-се кластарҙың (йыл һайын 34 сәғәт), ә 2028 -29 уҡыу йылынан 5 - 9-сы кластарҙың программаһына индерелә. Әле дәреслектәр әҙерләнә.
Яңы фән мәктәп уҡыусыларында илдең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре нигеҙендә донъяға ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Уҡыусылар күренекле ватандаштарыбыҙҙың – дәүләт, йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙарының биографияһы һәм ҡараштары менән таныштырыла.
фото: асыҡ сығанаҡтан.