Өфөлә һәләк булған ветерандар иҫкә алынды

Бөгөн - Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө. Ошо уңайҙан баш ҡалабыҙҙағы "Ҡайғырыусы әсә" мемориалы янында сара үтте.

Өфөлә һәләк булған ветерандар иҫкә алындыӨфөлә һәләк булған ветерандар иҫкә алынды
Өфөлә һәләк булған ветерандар иҫкә алынды

Был иҫтәлекле көн, хәрби бәрелештәрҙә, локаль һуғыштарҙа һәләк булғандарға хөрмәт йөҙөнән, 2009 йылдан башлап билдәләнә.

Өфөләге һәйкәл янына МХО ветерандары, башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, муниципалитет вәкилдәре йыйылды.

Сарала ҡатнашыусыларҙы БР МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов, Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләре йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе Алина Серафимова, "Хәрби ҡәрҙәшлек" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәһе рәйесе Альберт Шаһиморатов, Рәсәйҙең Афғанстан һәм МХО ветерандары союзы төбәк бүлексәһе рәйесе Дмитрий Глушко сәләмләне.

Килеүселәр барыһы ла мемориалға сәскә гөлләмәһе һалып, һәләк булғандарҙы иҫкә алып, бер минут тын торҙо.

Фото: Город Уфа, вк

Өфөлә һәләк булған ветерандар иҫкә алынды
Өфөлә һәләк булған ветерандар иҫкә алынды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас