

Йәшен ваҡытында хәүефһеҙлектең төп ҡағиҙәләре һәм талаптары:
– урамда булһағыҙ, яҡындағы бина эсенә инеп тороғоҙ;
– төркөм булып китеп барырға ярамай;
– ҡулсатыр менән файҙаланмағыҙ;
- кеҫә телефоны аша һөйләшмәгеҙ;
– металл биҙәүестәрҙе сисеп, сумкаға һалығыҙ;
- һыуҙа, хатта яр буйында ла ҡалырға ярамай;
– бейек ағастар эргәһендә тормағыҙ;
– электр уты сымдары һәм тимер конструкциялар уғата хәүефле, янында тормағыҙ;
– өйҙә мейестең йүшкәһен, тәҙрә, ишектәрҙе ябырға, телефон менән ҡулланмаҫҡа, батарея һәм крандарға тотонмаҫҡа кәңәш ителә (улар йәшенде яҡшы үткәрә);
– велосипедта йә мотоциклда китеп барғанда туҡтарға һәм транспортты ергә һалып, кәмендә 30 метр алыҫлыҡҡа китергә кәрәк;
– машинала китеп барғанда юл ситенә туҡтарға ла, тәҙрәләрҙе ябып, йәшенле ямғыр бөткәнен көтөп торорға;
- ҡырҙа саҡта усаҡты мотлаҡ һүндерергә, тимер әйберҙәр (көрәк, мангал һ.б.) палатканан 15-20 метр алыҫлыҡта булһын;
- юғары вольтлы электр линияларынан алыҫыраҡ булыу яҡшы.
Фото: ИИ.