Башҡортостанда тағы бер яңы предприятие барлыҡҡа килә!

Бөгөн "Алға" айырым иҡтисад биләмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Экопромстрой-Алға" заводы төҙөлөшө башланыуға арналған "Ваҡыт капсулаһы"н һалыуҙа ҡатнашты.

Башҡортостанда тағы бер яңы предприятие барлыҡҡа килә!Башҡортостанда тағы бер яңы предприятие барлыҡҡа килә!
Башҡортостанда тағы бер яңы предприятие барлыҡҡа килә!

Яңы предприятие Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан. Унда автоклав газобетон һәм ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереләсәк. Инвестицияның дөйөм күләме - 3,7 миллиард һум. Төҙөлөш 2026 - 2027 йй. барасаҡ.

Радий Хәбиров белдереүенсә, был бик мөһим предприятие. Сөнки төҙөлөш баҙары шул тиклем йылдам үҫә.

Яңы заводта 65 эш урыны булдырыла, быныһы ла бик ыңғай күренеш.

Инвестпроект 2025 йылдың октябрендә Республика инвестиция комитеты ултырышында тикшерелеп, хупланған.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас