Йорттарға зәңгәр яғыулыҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә үткәргән оператив кәңәшмәлә төбәкте газлаштырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙеләр.

Йорттарға зәңгәр яғыулыҡЙорттарға зәңгәр яғыулыҡ
Йорттарға зәңгәр яғыулыҡ

«Газпром төбәк-ара газ Өфө» ЯСЙ генераль директоры – «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе ойошмаһы Альберт Лоҡманов, республиканы газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә, тип хәбәр итте. 

Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән тормошҡа ашырылған социаль газлаштырыу программаһы буйынса илдең ҙур төбәктәре араһында беренсе урында:

- 5 мең километрҙан ашыу газ үткәргес төҙөлгән,

- 463 газ редукциялау пункты монтажланған,

- яҡынса 96 мең йортҡа газ үткәреү мөмкинлеге тәьмин ителгән (инвестициялар 26 млрд һум),

- 89,5 мең ғариза ҡабул ителгән, 88 меңдән ашыу килешеү төҙөлгән,

- 75 меңгә яҡын йорт (килешеүҙәрҙең дөйөм һанынан 85%) газға тоташтырылған,

- эш темпы - көнөнә 45 участкаға тиклем (шул иҫәптән 25 тоташыу).

Баҡса ширҡәттәренә газ үткәреү программаһы сиктәрендә: 433 баҡса ширҡәтендә 15 476 йортҡа газ үткәрергә мөмкин; 4,6 мең ғариза ҡабул ителгән, газ 1 463 йортҡа бирелгән. Социаль газ үткәреү параметрҙары киңәйтелгән: хәҙер аҡса йәлеп итмәйенсә медицина ойошмалары һәм белем биреү учреждениелары ла газ селтәренә тоташа ала. 5 мәктәп һәм 3 медицина ойошмаһы тоташтырылған да инде. Төбәктә торлаҡ фондын газлаштырыу кимәле 01.01.2026 йылға 87,6% тәшкил итә (Рәсәй буйынса 75%). Маҡсат - 2030 йылға техник яҡтан мөмкин булған газлаштырыуҙың 100 процентына өлгәшеү. 2026-2030 йылдар программаһы буйынса элек газ булмаған 60 тораҡ пунктта 6 280 йортҡа газ үткәреү планлаштырыла. 11 585 йортҡа (заявка бирелгән сертификаттарҙың 96%) льготалы газ үткәрелгән; льготалыларҙы, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йәшәгән йорттарҙы газ селтәренә тоташтырыу өҫтөнлөклө булып ҡала. 

Альберт Лоҡманов һүҙҙәренсә, Башҡортостанда ғаиләләргә газ үткәреүгә сертификаттар ҙур ярҙам булып тора, уларҙы сығарыу инициаторы - төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. Уларҙы алыу хоҡуғына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, аҙ тәьмин ителгән инвалидтар һәм инвалид балалары булған ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, шулай уҡ МХО яугирҙары һәм уларҙың ғаилә ағзалары эйә.

Фото: «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас