

Ҡалын ҡара ҡаштар, йылы ҡараш —
Ниндәй сибәрһең дә һин үҙең.
Ҡыҙҙар һөйөп өлгөрҙөңмө икән?
Раҫланың һин илде һөйөүең.
Ҡотһоҙ урман төбө. Ҡара окоп
Ваҡытлыса һине һаҡланы.
Ваҡытлыса түгел, мәңгелеккә
Батырлығың йәнең аҡланы.
Ә шулай ҙа, иркәм, киткән саҡта
Халҡың йөрәккәйен ҡанатып,
Һин күрҙеңме унда, арғы яҡта,
Фәрештәнең ҡаурый ҡанатын?
Һин күрҙеңме, илде һаҡлайҙыр бит,
Хаҡ ҡушыуын үтәп, фәрештә?
Унда хәҙер күмәк йыйылдығыҙ,
Яугир ҡаһармандар — ғәрештә...
Хаҡ Тәғәлә яҙған һынауҙарҙы
Үтмәйенсә ҡалып һин ҡара!
Унда ла бит бара бөйөк алыш —
Хаҡлыҡ өсөн, тиҙәр, яу бара.
И туғаным, иркәм, яҡташҡайым,
Даулы булды һиңә был заман.
Йәнең күккә ашты...
Ҡарайһың һин:
"Тороғоҙ, — тип, — имен һәм аман!"
Искәндәриә.
26/06/2026
Ишембай районы Йәнырыҫ ауылы халҡы МХО - ла батырҙарса һәләк булған Руслан Яппаров менән хушлашты ошо көндәрҙә...