

Ошо көндәрҙә Белорет районында теркәлгән ҡот осҡос фажиғәлә бер юлы биш кешенең ғүмере өҙөлдө. Улар барыһы ла Өфөнән бер автомобилдә ҡайтып барған. Авария ҡорбандары араһында йәш ҡыҙ, уның әсәһе һәм армиянан яңы ғына ҡайтҡан егете бар. Ҡыҙҙың атаһы менән һеңлеһе иҫән ҡалған, әммә ауыр йәрәхәттәр алған. Шулай уҡ «Ларгус» автомобиленең водителе һәм йәнә бер пассажир ваҡиға урынында йән биргән.
Был шомло көндә ғаилә Өфө аэропортына 22 йәшлек Анжеликаның һөйгән егете Иванды ҡаршы алырға барған. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан һалдат яҡындарына көтөлмәгән бүләк яһарға теләгән: тыуған йортона ҡайтып еткәс, һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһарға уйлаған.
Анжелика, уның 54 йәшлек атаһы Ғәлим, 39 йәшлек әсәһе Алена һәм 15 йәшлек һеңлеһе Марина был сәйәхәткә Белорет районының Тирлән ауылынан сыҡҡан. Бергә ҡайтыр өсөн улар 42 йәшлек Белорет кешеһе Андрей идара иткән «Ларгус» таксиына ултырған. Шулай уҡ автомобилдә Туймазы районынан булған 23 йәшлек тағы бер ҡыҙ ҡайтып барған.
Машина Өфө — Инйәр — Белорет трассаһы буйлап китеп барғанда, ҡайтып етергә саҡ ҡына ара ҡалғас (230-сы саҡрымда), ҡаршыға килгән «Патриот» автомобиле менән бәрелешә. Юл ҡағиҙәһен боҙған ҡаршы машина «Ларгус»тың юлына сыҡҡан, һөҙөмтәлә такси юл ситенә осоп түңкәрелгән.
Анжелика, уның әсәһе, һөйгәне, шулай уҡ такси водителе менән юлдаш ҡыҙ алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ һәләк булған. Ғаилә башлығы Ғәлим менән кесе ҡыҙы Марина иһә бәхеткә күрә иҫән ҡала. Ир ныҡ имгәнмәгән, ә ҡыҙыҡайҙың баш һөйәге, янбашы һынған һәм башҡа бик күп йәрәхәттәре бар. Әле уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана.
«Патриот» машинаһында ир менән ҡатын һәм уларҙың өс һәм ете йәшлек ике ҡыҙы булған. Уларҙың ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.
Был юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса Башҡортостан Эске эштәр министрлығы тарафынан үлем менән тамамланған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу тураһында енәйәт эше асылған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары фажиғәнең барлыҡ ентеклектәрен асыҡлай.
Йәшәп тә өлгөрмәгән, бер-береһен өҙөлөп яратҡан парҙың туйҙарына аҙымдар ҡалғанда ошондай аяныслы һәләк булыуы бөтә республика халҡын һыҡратты.
Һәләк булғандарҙың яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.