Радий Хәбиров: "Дәүләт Думаһына һайланырға уйламайым"

Мәскәүҙә үткән «Берҙәм Рәсәй» партияһының XXIII съезында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2026 йылдың көҙөндә үтәсәк Дәүләт Ддумаһына һайлауҙарҙа төбәк партия исемлеген етәкләүе билдәле булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров: "Дәүләт Думаһына һайланырға уйламайым"Радий Хәбиров: "Дәүләт Думаһына һайланырға уйламайым"
Радий Хәбиров: "Дәүләт Думаһына һайланырға уйламайым"

ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе үҙенең ҡарарына аңлатма бирҙе һәм артабанғы сәйәси карьераһы тураһында мөмкин булған фараздарҙы шунда уҡ туҡтатты.

"Мин үҙем "Берҙәм Рәсәй" партияһы исемлеген етәкләргә ҡарар иттем. Моғайын, башҡаса ярамай ҙа, беҙ иптәштәрем менән бергә эшләйбеҙ. Әммә шуны әйтергә теләйем: мин Дәүләт Думаһына һайланырға уйламайым. Юғиһә, хәҙер теләһә нимә уйлап сығара башларһығыҙ", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ съезда Рәсәй президенты Владимир Путиндың сығышында яңғыраған төп фекергә иғтибар итте. Дәүләт башлығы партияның бурысы - махсус хәрби операцияла еңеү өсөн барыһын да эшләү, тип белдерҙе. Был бурыс Башҡортостан курсына тулыһынса тап килә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбировтың 2026 йыл башында Республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһенең төп идеяһы «Барыһы ла Еңеү өсөн!»

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов.

Автор:Баныу Ҡаһарманова